Ишембай дауаханаһында вафат булған ҡыҙҙың әсәһенә 1 миллион һум аҡса түләнәсәк

Ишембай дауаханаһында  вафат булған ҡыҙҙың әсәһенә 1 миллион һум аҡса түләнәсәк 05.10.2017

Был хаҡтағы ҡарарҙы суд органдары сығарған. Хәбәр итеүебеҙсә, 2015 йылдың майында Ишембай ҡалаһында  үҫмер ҡыҙ үҙәк парктағы  бәүелсәктән ҡолап төшөп ауыр тән йәрәхәттәре алып ғүмере өҙөлә. 15 йәшлек ҡыҙҙың башы яраланған була. Әммә дауаханала бүлек мөдире неврапотолог тәҡдим иткән компьютер томографияһы һәм башҡа тикшереүҙәрҙе үткәреп тормай мейеһе һелкенгән тип диагноз ҡуя. Тикшереүҙәрҙән һуң,   парктағы боҙоҡ бәүелсәктәр өсөн  ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Ғәйепле табип та язаһыҙ ҡалмаған.  

Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса өлкән ярҙамсыһы: «Һаҡһыҙ рәүештә үлем осрағына юл ҡуйған табипҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.Ҡыҙҙың әсәһе әхләҡи зыянды түләү буйынса судҡа мөрәжәғәт иткән ине. Прокуратура уның  талабын  судта яҡлап сыҡты. Медицина учреждениеһы ғаиләгә 1 миллион һум күләмендә аҡса түләргә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку