Ишембайҙағы 15 йәшлек үҫмер ҡыҙҙың үлеме  буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса ғәйепләнеүсе  табип суд ҡарарына ялыу менән  Башҡортостандың Юғары  судына  мөрәжәғәт иткән 12.04.2017

Фажиғә 2015 йылдың майында ҡала паркындағы аттракционда теркәлә. Ҡыҙ бәүелсәктән осоп төшөп башы менән ергә бәрелә,  йығылған балаға  аттракцион ҡоролмаһы килеп бәрелә.  Үҫмер ашығыс ярҙам машинаһында Ишембай үҙәк дауаханаһына оҙатыла. Әсәһе әйтеүенсә, ҡыҙға рентген тикшереүе үткәрелә, әммә диагноз  дөрөҫ ҡуйылмаған. Дөйөм палатала төн буйы һыҙланып ятҡан баланың таңға ҡарай ғүмере өҙөлә.

Осраҡ буйынса Ишембайҙа суд ултырыштары үткән. Дауахананың хирургия бүлеге мөдире Владимир Кауновҡа Енәйәт кодексының 109-сы статьяһына ярашлы, ике йылға тиклем иркен сикләү тураһында ҡарар сығарыла. Әммә табип Юғары судҡа ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Бөгөн ул үҙе ултырышҡа килмәне. Суд ултырышы 26 апрелгә тиклем кисектерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика