Ике кешенең ғүмерен өҙгән өсөн дүрт йыл да ун айға колонияға

Ике кешенең ғүмерен өҙгән өсөн дүрт йыл да ун айға колонияға 12.07.2014

Илья Климовҡа ҡарата суд ҡарары иғлан ителде. «Төшөрөп» алған егет иптәше менән ҡеүәтле сит ил автомобилендә юлдан ҡыҙыл утҡа  үтеп барған Марина Полтавецты тапатҡайны. Күп тә үтмәй фажиғәлә алынған йәрәхәттәрҙән эргәһендә ултырған иптәше - Эмиль Камалов та донъя ҡуйҙы. Был ваҡиға йәмәғәтселектә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Беренсенән тапалған ҡатын суд хеҙмәткәре булһа, икенсенән барыһын да енәйәт эшенең ахырын аҡса хәл итерме,әллә ғәҙеллекме тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Судьяларҙың үҙ хеҙмәттәше намыҫын яҡлауы һәм егеткә мөмкин тиклем ҡаты яза бирәсәктәренә лә күптәр ышанғайны.

Кеше тапатып суд эскәмйәһенә ултырыусыларға һуңғы йылдарҙа бындай иғтибар булғаны юҡ. Камералар һәм фотографтар күплегенән коридорҙа үтерлек тә түгел. Объективтарға өйрәнеп бөтөпме, әллә үҙ ғәйебен тулыһынса аңлап етмәгәнлектәнме, Илья Климов ултырыштар залына ышаныслы йөҙ менән атлап үтте. Аварияла йәрәхәтләгән аяғынан башҡа йөҙөндә лә, ҡиәфәтендә лә һигеҙ ай изоляторҙа ултырғаны бер нисек тә сағылмай. Быға тиклемге суд ултырыштары матбуғат хеҙмәткәрҙәренән ябыҡ шарттарҙа үтте. Һуңғыһында ла киң тамашанан йәшерен ваҡлыҡтар булған, күрәһең. Йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырған юл транспорт фажиғәһе былтыр ноябрҙә теркәлде. Иҫерек килеш руль артына ултырған Илья Климов Киров һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә кеше тапатты. Видеокамералар теркәгән яҙманан күренеүенсә ул юл сатында туҡтарға ла маташмаған. Юғары тиҙлектә барған автомобиль бер нимә лә уйламай сығып барған ҡатынды сүп кеүек кенә осортоп ҡаршы килгән автобустың салонына алып ырғата. Бер аҙҙан һуң Климовтың янында барған Эмиль Камалов та дауаханала аңына килә алмай донъя ҡуйҙы. Тәфтишселәр бер нисә осраҡ буйынса ғәйепләнеүсегә енәйәт эше ҡуҙғатты. Уның барышын хәбәрселәр ентекле күҙәтеп барҙы. Ғәҙеллектең тантана итеренә ышанған матбуғат хеҙмәткәрҙәренә был ваҡиғаның аҙағын күреү һөнәри принципҡа әйләнде. Ултырыштар, башлыса, ябыҡ шарттарҙа үтһә лә хөкөм ҡарарын иғлан иткәндә судья хәбәрселәрҙе залға индерҙе. 4 йыл да ун ай. Язаның йомшаҡлығы Илья Климовтың зыян күреүселәргә аҡсалата ярҙам күрһәтеүе менән аңлатыла. Бынан тыш, тикшереү барышында ғәйепләнеүсенең бәлиғ булмаған балаһы булыуы асыҡлана. Йәнәһе лә, егет быға тиклем баланы иңҡар иткән, ә хәҙер тәүбәһенә килгән. Был изге ҡылығы өсөн ул ярлыҡауҙарын һорай. Ләкин суд ҡапыл аталыҡ тойғоһоноң барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алмаған. Шулай ҙа тикшереү барышында ике статья төшөрөп ҡалдырылған. Климовтың иптәштәре менән бер ҡыҙҙы ҡомға күмеп китеүҙәре асыҡланғайны. Ғәйепләүселәр яғы биш йыл һорағайны. Язаны йомшартыуға дәғүәселәрҙең үҙ ара килешеүе лә булышлыҡ итте. Ғәйепләнеүсе зыян күреүселәргә аҡсалата ярҙам күрһәткән. Тағы ла ике статья енәйәт эшенән алып ташланды. Бында ла ике яҡ үҙ ара уртаҡ фекергә килгән. Быға Климовтың үҙ ғәйебен тулыһынса танып ғәфү үтенеүе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Иректән мәхрүм ителеүҙән тыш Климов иптәшенең ғаиләһенә 150 мең һум түләргә бурыслы. Әйткәндәй, 4 йыл да ун айҙың иҫәбенә изоляторҙа ултырған ваҡыт та инә. Валерий Шәрипов, адвокат: «Беҙҙең илдә был статья буйынса ҡаралған яза иң йомшағы. Шуға ла үҙҙәренә элиталы тип һанаған йәмғиәт ағзалары был яуаплылыҡтан ҡурҡмай ҙа. Ә бит эскән килеш руль артына ултырыу үҙе үк енәйәт. Икенсенән бындай эштәрҙе суд хеҙмәткәрҙәре бик һүлпән алып бара. Мин Климовтың енәйәт эшендә бер ниндәй ҙә ярлыҡарлыҡ мәлдәр күрмәйем һәм суд ҡарары ҡайтанан ҡаралырға тейештер». Ҡайтанан ҡаралырмы, юҡмы уныһы зыян күреүселәр һәм ғәйепләүселәрҙең ихтыярында. Дәғүәне суд ҡарары үҙ көсөнә ингәс, йәғни ун биш көндән генә белдереү мөмкин. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку