Иглин районында йорт-ҡаралтылар яндырыусы ҡулға алынды 13.11.2014

Герострат бер төндә генә дүрт  хужалыҡҡа ут төрткән. Һөҙөмтәлә ике йорт янған, ҡалғандарында ҡаралтылар зыян күргән.

Юрий Владимирович ул көндө күрше ауылда йәшәүсе апаһында ҡунаҡта була. Төнгө икеләр тирәһендә уға күршеһе шылтыратып йорто яныуы тураһында әйтә. Нисек ҡайтып еткәнемде лә хәтерләмәйем, ти йорт хужаһы.
Шаһиттар әйтеүенсә, янғын төнгө икеләр тирәһендә сыҡҡан. Ялҡын тәүҙә ишек тирәһен ялмап ала, һуңынан башҡа яҡҡа тарала. Был иһә уттың махсус рәүештә төртөлөүө тураһында һөйләй, тигән фекерҙә ауыл халҡы.
Ҡотҡарыусыларға был төндә көсөргәнешле эшләргә тура килә. Дежур бүлегенә бер-бер артлы бер-нисә урамда ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр частә булған бар техниканы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе  йәлеп итә.
янғын менән көрәшкә урамда йөрөгән йәштәр ҙә ҡушыла. Берҙәм көс менән ҡайһы бер ҡаралтылар ҡотҡарып алып ҡалына. Полиция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ғәҙәттә , ут төртөүсене  асыҡлау һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Ут бар дәлилдәрҙе лә юҡҡа сығара. Әммә был юлы ғәйепләнеүсе ҡасып ҡотола алмай.     
Йорттарҙы яндырыусы ҡулға алыныуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы тыныслана алмай. Иглиндәр төнгөлөккә ирекле дружина ойошторған. Хоҡуҡ һаҡсыларына ышан, әммә үҙең дә йоҡлама, ти урындағы халыҡ.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика