Иглин районына Колясовтар ғаиләһе Өфөнән күсеп ҡайта

Иглин районына Колясовтар ғаиләһе Өфөнән күсеп ҡайта 14.04.2017

Яңы нигеҙҙә бәхеткә төрөнөп йәшәйһе ине лә бит. Өлкән улдары фажиғәғә тарымаһа. Үткән йәй юғары көслө электр уты һуғыуҙан Данил  Колясов уң ҡулын өҙҙөрә. Оҙайлы ваҡыт дауаханаларҙа дауалана, ата-әсәһе ярҙамында аяҡҡа баҫа. Бөгөн  үҫмер   яңы тормошҡа яраҡлашҡан. Әммә ғаилә  матди ауырлыҡ кисерә. Уларҙы тиҙҙән электр утынан  да өҙмәкселәр.

Атаһы Данил Колясовты көн һайын мәктәпкә алып бара һәм ҡаршы ала. Улар йәйге каникулдың тәүге көнөндә булған бәхетһеҙ көндө  хәтерләргә яратмай. Ауырлыҡтар артта. Тиҫтерҙәре менән уйнағанда туп алам тип фажиғәғә тарыған малай  ике аҙна эсендә һул ҡулы менән яҙырға өйрәнгән, мәктәптә тик дүртле һәм бишле билдәләренә генә уҡырға тырыша.  
Тормошҡа яраҡлашыу, үҙ көсөңә ышаныс булдырыу өсөн Эдуард Колясов улына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ауыл ерендә йәшәгәс, сүкешен дә, ҡаҙағын да тоторға тура киләсәк бит уға.
Данил Колясов, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: «Ата-әсәйем минең менән бергә күп ауырлыҡтар аша үтте, уларға еңел булманы. Әле лә хәл шатланырлыҡ түгел. Йәй аҙағында газды һүндерҙеләр. Хәҙер утһыҙ ҡалдырырға итәләр. Мин бит махсус рәүештә токка һуғылманым. Шул трансформаторҙарҙы кәртәләп алһындар ине».
Ысынлап та,  Колясовтарҙың  хәле   шатланырлыҡ түгел. Электр селтәрҙәре менән әхләҡи юғалтыуҙар өсөн ике суд та  ғаиләләге өлкән ул - Данил Колесов файҙаһына хәл ителгән. Әммә әлегә тиклем Колесовтар иҫәбенә бер тин дә күсерелмәгән.  
Эдуард колясов, Данил колясовтың атаһы: «Мин инвалид улымдың опекуны. Бөтә рәсми осраҡтарҙа бәлиғ булмаған баламдың мәнфәғәттәрен яҡлайым. Беҙҙең бөтә йорттағы тормош  электрға бәйле. Уны алһалар һыу ҙа , йылылыҡ та бумаясаҡ. Беҙҙең ҡулда бер түгел,   ике суд ҡарары. Әммә биш көн эсендә улыма әхләҡи юғалтыу өсөн күсерелергә тейешле сумманы әлегә күргән юҡ».
Әммә ҡаршы яҡ  суд ҡарары менән риза түгел. Улар Колесовтарға  суд ҡарары менән тәғәйен миллиондарҙы түләргә ашыҡмай.
Фердинанд Әсәҙуллин, яуаплылығы сикләнгән электр селәтҙәре йәмғиәте баш инженеры: «Беҙ кассация ялыуына ғаризаны Юғары судҡа йүнәлтәсәкбеҙ. Сөнки беҙ суд ҡарары менән риза түгел».
Бер йыл элек үҫмер һуғылған трансформаторҙан алыҫ түгел спорт майҙансығы ҡоролған. Әммә һәләкәт  булған трансформатор бала-сағаның уйын майҙанына бара торған юлында ултыра. Ғүмергә ҡурҡыныс янай тигән иҫкәртеү һүҙҙәре  һәм энәле ҡоршауҙар күренмәй.
Данил Колясов менән булған фажиғә урынындағы трансформатор кәртәләнмәгән. Электриктар кәртәнең кәрәге лә юҡ тиҙәр. Ә яңы фажиғә ҡабатланмаҫ тип бер кем дә гарантия бирә алмай.
Үҫмерҙәрҙең уйындан-уймаҡ сығарыу осраҡтары аҙым һайын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, трансформаторҙағы юғары вольтлы электр тогынан һуғылыусы балалар күңелһеҙ статистиканы байыта. Авдон ауылында водеояҙма төшөрөүсе егеттәрҙең  береһен ток һуға, Стәрлебашта дүрт йәшлек бала 4-се дәрәжә тән бешеүе менән хатта бикле кәртәгә үтеп инә.  Был фажиғәләр трансформаторҙарҙы сит  кеше үтеп инә алмаҫлыҡ ныҡлы итеп бикләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеп тора бит. Электр селтәрҙәре яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең был бәхәскә үҙ яуабы.
Фердинант Әсәҙуллин, яуаплылығы сикләнгән электр селтәрҙәре йәмғиәте баш инженеры: «Нисек кенә булмаһын , балаларына ата-әсәләре трансформаторҙағы электр тогының ғүмергә хәүефле икәнен аңлатырға тейеш. Улар  кәртәләнмәйәсәк. Бала-саға унда йөрөмәһен. Ғүмергә ҡурҡыныс янай тигән билдә  ҡуйылған бит».
Газды юғары баҫым менән таратыусы селтәрҙәрҙең һәр береһе ете ҡат бик аҫтында. Ә  кешеләр  йәшәгән ауыл-ҡасабаларҙа аҙым һайын ҡуйылған трансформаторҙар төҫлө тимер тышлы  контейнер менән  генә бикләнгән.Әммә унда теләһә кем үрмәләп менә ала. Әгәр ҙә юғары вольтлы электр биреүсе трансформаторҙар ышаныслы бик аҫтына ҡуйылһа, Колесовтар ғаиләһендәге кеүек фажиғәләр ҙә әленән-әле ҡабатланып тормаҫ, бер бәлә икенсеһенә юл асмаҫ ине. Балалары һаулығына  зыян килгән осраҡта әхләҡи ҡыйынлыҡтар өсөн ата-әсәләр ҙә суд юлын тапап  бөлгөнлөккә төшөп, газһыҙ, утһыҙ  ултырмаҫ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку