Фажиғәгә тиклем бер секунд

Фажиғәгә тиклем бер секунд 09.06.2015

Бөгөн интернет киңлектәрендә  ике автомобилдең бер-береһе менән бәрелешә яҙған мәле төшөрөлгән видеяҙма  барлыҡҡа килде.

Ваҡиға Өфө эргәһендәге юлдарҙың береһендә төшөрөлгән. Һыулы тайғаҡ юлда «Жигули» тайып китеп ҡапыл ҡаршы һыҙатҡа сыға, әммә  «Ниссан» водителе юғалып ҡалмай. Ул күҙ асып йомған арала рулен уңға бороп өлгөрә. Һөҙөмтәлә иномарка хужаһы идара итеү һәләтен юғалтып, икенсе автомобилгә бәрелә яҙа. Шулай итеп автоһәүәҫкәрҙәр бәхетенә, оло фажиғәгә юл ҡуйылмай.  
Ә бына Мәләүез районында төшөрөлгән  видеояҙмала 99-сы модель «ВАЗ» юлдан сығып оса. Салауаттан Ергән яғына китеп барған ике иномарка йөк автомобилдәрен уҙырға теләп ҡаршы һыҙатҡа сыға. Әммә ҡапыл артта килгән  «Фольксваген» ҡаршыһына  Рәсәй автомобиле килеп сыға. Һөҙөмтәлә һуңғы транспорт сараһы трассанан төшөп китә. Зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Шулай ҙа ғәйепле водитель ярҙам итер урынға ҡасыуҙы хуп күргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку