Өфө районының Жуков ауылында 12 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә футбол ҡапҡаһы ҡолаған

Өфө районының Жуков ауылында 12 йәшлек ҡыҙҙың өҫтөнә футбол ҡапҡаһы ҡолаған 26.04.2017

Бала ауыр тән йәрәхәттәре менән  дауаханаға урынлаштырылған. Мәктәп ихатаһы биләмәһендә теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү алып бара

Бәхетһеҙ осраҡ шишәмбе киске сәғәт туғыҙынсы яртылар тирәһендә спорт майҙансығында теркәлә. Бишенсе класта уҡыусы ҡыҙҙың өҫтөнә тап ошо тимер футбол ҡапҡаһының төшөүе сәбәпсе була. Әле ваҡиға урынында тик ҡан хәтерләтә.
Бәхетһеҙ осраҡ буйынса  Өфө районы хакимиәтендә яуаплы ведомство вәкилдәре  комиссия ултырышына йыйылды. Фекерҙәр тыңланды. Билдәле булыуынса, спорт майҙансығында төҙөлөш эштәре былтыр көҙ тамамланған. Әммә ул файҙаланыуға тапшырылмаған. Быға бәйле, мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, уҡыусылар менән күп тапҡырҙар аңлатыу эштәре алып барылған. Майҙанда уйнау тыйылған.  Ә спорт майҙансығындағы туп эҙҙәре бының киреһен дәлилләй.
Зилә Мотаева, Өфө районы хакимиәтенең инвестиция программалары буйынса бүлек етәксеһе: «Спорт майҙансығы былтыр көҙ файҙаланыуға тапшырылмайынса ҡала. Объекттың юридик килешеүе юҡ. Кемдеке икәнлеге лә рәсмиләштерелмәгән. Шуға ла бында спорт саралары үткәрелмәгән. Балалар үҙ ирке менән инеп уйнаған».
Бишенсе синыфта белем алған 12 йәшлек ҡыҙҙы уҡытыусылар коллективы бар яҡлап та маҡтап телгә ала. Уҡыуҙа ғына түгел, ул спортта ла һынатмаған.
Лариса Халиҡова, Жуков ауылының С.С. Ильин исемендәге мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары: «Тырыш ҡыҙ тулы булмаған ғаиләлә атаһы ҡарамағында тәрбиәләнә. Әсәһе әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Һәм ул икенсе ауылда йәшәй. Ҡыҙ бала мини футбол ағзаһы булып та тора. Мәктәп тормошондағы йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә».
12 йәшлек ҡыҙ әлеге ваҡытта баш ҡала дауаханаһында. Һаманғаса аңына килмәгән. Ауыр хәлдә. Әйткәндәй, Жуков ауылында теркәлгән осраҡҡа бәйле Башҡортостан прокуратураһы республика буйлап спорт майҙансыҡтарын тикшереү маҡсатында рейдҡа сыға. Тәфтиш комитетының да тикшереү эштәре дауам итә. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку