Өфө районында уҙған тәүлектә үлемесле авария теркәлде 12.07.2017

ВАЗ автомобиленә идара итеүсе 21 йәшлек Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе водитель 56 йәшлек ханымды бәрҙергән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүсе юл ситендә торған. Бәләгә тарыусы төрлө тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк булған.

Шулай уҡ Ырымбур-Өфө трассаһының 290-сы километрында бөгөн үлемесле авария теркәлде. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, «Газель»ға идара итеүсе 46 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә «Камаз»ға бәрелә. «Газель» водителенең ғүмере өҙөлә, уның ике пассажиры һәм «Камаз» водителе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика