Өфө районында теркәлгән аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Өфө районында теркәлгән аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө 12.09.2016

«Мерседес» йөк автомобиле водителе М-5 трассаһында идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә ул «Тойота» һәм «Лада Приора» менән бәрелешә. Фажиғәлә Ханты-Манси автономия округынан кроссовер хужаһы һәм уның ҡатыны һәләк була.

«Фура» менән Рәсәй автомобиле водителдәре, шулай уҡ 12 йәшлек бала  төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Үҫмерҙе үлемдән балалар креслоһы аралап ҡала. Зыян күреүселәр ашығыс  рәүештә дауахаға оҙатылған. Юл-транспорт һәләкәттәренең артыуын иҫәпкә алып, Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе айырыуса һаҡ булырға саҡыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика