Өфөнөң Зорге урамында урынлашҡан бизнес-үҙәктәге янғын буйынса енәйәт эше асылды

Өфөнөң Зорге урамында урынлашҡан бизнес-үҙәктәге янғын  буйынса енәйәт эше асылды 03.10.2016

Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт эше кеше үлеменә килтергән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы буйынса ҡуҙғатылған. Иҫегеҙгә төшөрәм, көслө янғын  30 сентябрь иртәһендә 10 ҡатлы бизнес-үҙәктә сыҡты. Утты һүндереүгә төҙөлөп ятҡан бина эсендә бер нисә тиҫтә эшсе булыуы һәм уларҙың юғары ҡаттарҙа тотҡарланып ҡалыуы ҡамасаулай. Ҡотҡарыусылар отряды эшселәрҙе эвакуациялай, әммә Төньяҡ Корея гражданины, уттан хәүефләнеп 4-се ҡаттан һикерә. Йәрәхәтләнгән ир ваҡиға урынында һәләк була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ут төҙөлөштә ҡулланылған газ баллоны шартлауҙан сыға.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика