Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан ломбардты талаусылар ҡулға алынды

Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан ломбардты талаусылар ҡулға алынды 26.06.2014

Дүрт егет былтыр 12 мартта 1 миллион һумлыҡ килограмдан ашыу алтын урлаған.

Дүрт егет былтыр 12 мартта 1 миллион һумлыҡ килограмдан ашыу алтын урлаған.

Ваҡиғанан һуң бер аҙна үткәс, уларҙың Өфөлә ҙур партия алтын һатыуы асыҡлана. Бурҙар еңел табышты һатырға маташҡанда ҡулға алына. Асыҡланыуынса, енәйәтселәрҙең береһе элек ломбардта ҡарауылсы булып эшләгән. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Октябрь районы суды уларға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Улар 2 йыл да 4 һәм 3 йыл да 4 айға тиклем иркенән мәхрүм ителде.
Максим Родионов, Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Алтын урлау идеяһы шул ломбардта элек эшләгән ҡарауылсыла тыуа. Ул һатыуға 350 грамм алтын тәҡдим иткәндә тотолдо. Ирҙе ломбард хеҙмәткәрҙәре таныны. Һуңынан ҡалған енәйәтселәр ҙә асыҡланды».


Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика