Өфөнөң Ленин урамындағы офистарҙың береһендә атыш тауыштары яңғыраны

Өфөнөң Ленин урамындағы офистарҙың береһендә  атыш тауыштары яңғыраны 04.07.2016

Иртәнге сәғәт 10-дар тирәһендә һунар мылтығы менән ҡоралланған ир ҡатынына һәм үҙенә ата.

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йәрәхәт алған ҡатын дауаханаға оҙатыла,  ә уның ауыр енәйәт ҡылыусы ире үҙе атҡан пулянан ваҡиға урынында һәләк була. Бер нисә сәғәттән ҡатындың да ғүмере өҙөлөүө тураһында хәбәр килә. Йортта йәшәүселәр менән күрше офис хеҙмәткәрҙәре бер ниндәй ҙә тауыш ишетмәгән. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында улар  һуңынан ғына белә.

Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, фажиғә төҙөлөш компанияһы биләмәһендә теркәлә.  Уның клиенттары фекеренсә, был ойошманың күптән инде яманаты сыҡҡан. Йәнәһә лә, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар араһында ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеүселәр күп булған. Осраҡ буйынса хоҡуҡ һағында тороусылар тикшереү алып бара. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку