Өфөнөң Аксаков урамындағы ике ҡатлы йорттарҙың береһендә сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә алты ғаилә торлаҡһыҙ тороп ҡалды 10.03.2015

Ваҡиға урынына килеп етеүсе ҡотҡарыусылар ут эсенән 24 кешене алып сыҡҡан. Йортта йәшәүселәрҙең береһенә медицина ярҙамы талап ителгән. 19 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Киске унынсы яртылар тирәһендә ҡапыл сыҡҡан янғын  тиҙ арала бөтә йортто ялмап ала. Бында йәшәүселәр бер тауыштан йортҡа ут төртөлгән, тигән һығымта яһай. Был йорт яныуҙа кем ғәйепле?
Күрше йортта йәшәүселәр  киске ун берҙәр тирәһендә тәҙрә аша еңелсә шытырлау ишетә. Тауыш туҡтамай, көсәйгәндән-көсәйә  бара. Һуңынан уларға сиреналар шауы өҫтәлә. Көтөлмәгән хәлдән бында йәшәүселәр баҙап ҡала. Икенсе ҡаттан һикереп төшөүселәр ҙә була.
Янғын һүндереүселәр  хәүефле сигналды ишетеү менән ярҙамға ашыҡһа ла, йортто  ҡотҡарып ҡала алмай. Беренсе ҡатта йәшәүсе Венера Хәкимйәнова, насар ишетеү сәбәпле, ут сығыуы хаҡында иң аҙаҡтан белә. Һикһән ете йәшлек ханым ут ялҡыны көсәйгәнсе фатирында ултыра. Пенсионерҙы урамға тәҙрәһен емереп алып сығалар.
ӨФӨ үҙәгендәге шәхси йорттарҙа янғындар йыш теркәлә,ти бында йәшәүсе халыҡ.  Үткән быуат ҡомартҡылары араһында хатта 1907 йылда төҙөлгән биналар ҙа бар.Тик ни өсөндөр уларҙы һүтергә ашыҡмайҙар.Әле бер ,әле икенсе йортта янғын сәбәбен һәр кем үҙенсә фаразлай.
Янғындан ҡаза күреүселәр бер тауыштан: «Беҙҙең йорттағы  янғын төҙөлөш фирмаһына ҡулай», тигән фекерҙә.Ҡанун  буйынса бында теркәлгән  ҡаза күреүселәргә йәшәү өсөн фатир бирелмәйәсәк. Янғын сығыуҙың икенсе  фаразы - өҫкө ҡатта йәшәүсе ғаиләнең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуына бәйле. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика