Өфөлә Юғары Суд бинаһы алдында йәнә юл фажиғәһе теркәлде 08.10.2015

Төнгө сәғәт ун берҙәр тирәһендә юл сатында Карл Маркс урамы буйлап хәрәкәт итеүсе «Тойота Камри» менән Пушкин урамынан килеүсе «Инфинити М37» машиналары бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Инфинити» суд бинаһының күтәрмәһенә барып менә. Ике иномаркала ла бәләкәй балалар ултырған була. Юл фажиғәһендә 3 һәм 9 йәшлек малайҙар йәрәхәтләнә. Водителдәрҙең береһе лә зыян күрмәй. Әле осраҡ сәбәптәре  асыҡлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 12 октябрҙә 18 йәшлек егет ошо уҡ юл сатын «Мерседес Бенц» автомобилендә ҡыҙыл утҡа үтеп,  «Тойота Ленд крузер» машинаһына төкөгәйне. Ҡурҡыныс аварияла тәүге автомобиль водителе ваҡиға урында һәләк булды. Уның ике пассажиры менән «Тойота» водителе ауыр тән йәрәхәттәре алғайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика