Өфөлә вандалдар яҡтыртыу ҡоролмаларына зыян килтергән

Өфөлә вандалдар яҡтыртыу ҡоролмаларына зыян килтергән 06.04.2017

Күләмле тәртипһеҙлек Башҡорт дәүләт аграр университеты менән Матбуғат йорто туҡталыштары араһында урынлашҡан скверҙа теркәлгән.

Еңеүҙең 50 йыллығына асылған паркта төҙөкләндереү эштәре башҡарылғайны. Реконструкция барышында 200-гә яҡын яңы фонарь ҡуйылды. Әммә улар оҙаҡҡа сыҙаманы. Әле 25 яҡтыртыу ҡоролмаһы ватылған. Полиция ғәйеплеләрҙе эҙләү менән мәшғүл. Бының өсөн ҡалала урынлаштырылған күп һанлы видеокүҙәтеү ҡоролмалары ярҙам итер тип көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, закон буйынса вандалдарға 40 мең һумға тиклем штраф йәки уларҙы 360 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү ҡаралған.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку