Өфөлә террор ғәмәле әҙерләүселәргә хөкөм ҡарары сығарылды

Өфөлә террор ғәмәле әҙерләүселәргә хөкөм ҡарары сығарылды 06.12.2017

Хөкөм ҡарары бөгөн Волга буйы федераль округы хәрби судында иғлан ителде. Осраҡ буйынса тикшереү 2016 йылдың апрелендә башланған. Һөҙөмтәлә 35 йәшлек Азамат Ишбаевта  шартлатҡыс  эшләү өсөн  матдәләр табылған.  

Ир «Ислам дәүләте» халыҡ-ара террористик ойошмаһына ҡарауын иҫбатларға Өфөлә террор ғәмәле ойошторорға әҙерләнгән. Ул суд ҡарарына ярашлы, 16 йылға иркенән мәхрүм ителә һәм 500 мең һум штраф түләйәсәк. Енәйәт төркөмө ағзаһы, Авдон ҡасабаһында йәшәүсе 63 йәшлек  Әсмә Шәрипова 10, Һамар ҡалаһынан Зокиржон Парпиев ялған документтар әҙерләп енәйәтсене Сүриәгә сығарырға әҙерләгәне өсөн 13 йылға иркенән мәхрүм ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку