Өфөлә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бер йәшлек бала зыян күргән 10.07.2017

Республика автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә,  баш ҡаланың Осоусылар урамында «Шкода Октавия»ның 52 йәшлек  водителе идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы юлдағы «Дэу-Матиз» автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике автомобилдең дә водителдәре йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Шулай уҡ «Матиз»дағы 27 йәшлек ҡатын менән 24 йәшлек иргә һәм бер йәшлек ҡыҙ балаға ла  медицина ярҙамы талап ителгән.

Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, 3 июлдән 9-на тиклем республика юлдарында 70 авария теркәлгән, уларҙа 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, 97-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Юл осраҡтарының 28-е транспорт бәрелешеү, 18-е йәйәүлеләрҙе тапауға бәйле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика