Өфөлә такси водителе пассажирының банк картаһын урлауҙа ғәйепләнә 05.12.2014

Ҡулаҡсаһы булмағанға, 34 йәшлек ҡатын водителгә  банкомат янында туҡтауын үтенә. Һуңынан ул үҙенә лә аҡса кәрәклеккә һылтанып,  ханым менән бергә терминалға килә. Банк картаһы юғалыуын ҡатын иртәгәһенә иртән генә аңлап ҡала. Был ваҡытта картананан 120 мең һум аҡса юҡҡа сыға.  

Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ир автомобилде арендаға алған. Водитель хаҡында мәғлүмәтте хоҡуҡ һаҡсылары машина хужаһынан белгән. Ирҙе ҡулға алғандар. Ул үҙенең ғәйебен таныған. Шилма таксистҡа 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Ольга Зәйнуллина, зыян күреүсе: «Аҡса алыныуы тураһында смс-хәбәр телефонға килде. Мин бик ныҡ ҡурҡтым».
Людмила Шәйхрәҙиева, Өфө ҡалаһы Калинин районының 5-се полиция бүлеге тәфтишсеһе: «Был ир элек тә бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Һуңғы тапҡыр ауыр енәйәт - кеше талау өсөн 8 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Төрмәнән 2011 йылда сыҡҡан һәм күп тә үтмәй йәнә енәйәт ҡылыуы асыҡланды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика