Өфөлә «Росгвардия» хеҙмәткәрҙәре шәхси секторҙа йәшәүсе ғаиләне янғындан ҡотҡара

Өфөлә «Росгвардия» хеҙмәткәрҙәре шәхси секторҙа йәшәүсе ғаиләне янғындан ҡотҡара 08.02.2018

Төнгө патруль ваҡытында улар Орджоникидзе районында сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәл шаһиты була. Хеҙмәткәрҙәр янғын  тураһында үҙәк пультҡа хәбәр иткәс тә, ихатаға үтеп инеп, ғаиләне уята. Михайловтарҙың мунсаһына ут тоҡанған була. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе кисектереү өсөн Росгвардия хеҙмәткәрҙәре бөгөн шәхси секторҙа профилактик сара үткәрҙе.

Бәләкәй Максим киләсәктә кем булырын күптән түгел генә билдәләгән. Росгвардия хеҙмәткәрҙәре кеүек ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ һөнәр һайламаҡсы. Сөнки тап улар ғаиләне йоҡонан уятып, ваҡытында янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Ә бит шәхси секторҙа йорттар бер-береһенә яҡын урынлашҡан, тиҙ арала осҡондан ялҡын сығыу ихтималлығы көслө була.
Ғәҙәттән тыш хәл таңғы сәғәт дүрттәрҙә теркәлә. Янғын һүндереүселәр килгәндә ут күрше йорттарға күсә башлаған була. Ә икенсе яҡтан яңы ғына төҙөлөп бөткән өй, хеҙмәткәрҙәр һиҙгерлеге арҡаһында ялҡын йортҡа күсеп өлгөрмәй. Бары тик тәҙрәләрҙе алмаштырырға тура килә.
Ғаилә башлығы әгәр ҙә Росгвардия хеҙмәткәрҙәре булмаһа, хәлдең аяныслы тамамланыуы мөмкин ине, тип рәхмәтен белдерә. Әйткәндәй, Михайловтар яңы йорттарына сығыр алдынан иң беренсе унда янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйырға теләй.
Сергей Михайлов, шәхси секторҙа йәшәүсе: «Киске сәғәт туғыҙҙа мунса инеп бөттөк, кем уйлаған инде?! Бер нимә белмәй, ишетмәй йоҡлай инек.  Өйҙә ике  бала. Ишек шаҡыуҙарына уянғанда мунсаны ут ялмап алғайны, ун минут эсендә янғын һүндереүселәр килде».
Төнгөлөккә ихатаға иреккә ебәрелгән уҫал эттән нисек үтеп киткәндәрен бөгөн ҡотҡарыусылар хәтерләмәй ҙә. Беҙҙең бурыс, тәү сиратта, халыҡты иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәлдән ҡотҡарыу, ти егеттәр.
Ә статистикаға килгәндә, шатланырлыҡ түгел. Йыл башынан республикала дүрт йөҙгә яҡын янғын  теркәлгән. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк. Шулай уҡ шәхси секторҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр йышыраҡ осрай. Ут сығыу сәбәптәре  электр, йылытыу ҡоролмалары һәм мейестәрҙең төҙөк булмауына, ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә бәйле. Күңелһеҙ осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында 1 февралдән Башҡортостанда «Янғынға ҡаршы бергә!» профилактик акцияһы старт алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку