Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәргә бәйле бер нисә енси енәйәттә ғәйепләнеүсене ҡулға алды

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәргә бәйле бер нисә енси енәйәттә  ғәйепләнеүсене ҡулға алды 20.10.2015

Сипайлово биҫтәһе урамдарының береһендә ҡулға алынған 24 йәшлек  ир -  Саҡмағош районы вәкиле. Үҙе әйтеүенсә, Өфөгә  ул эш эҙләп килгән. Үҫмерҙәргә ҡарата фәхеш аҙымдарҙа ғәйепләнеүсе патрулгә сыҡҡан хоҡуҡ һаҡсылары иғтибарын  йәлеп иткнә. Ир шунда уҡ ҡулға алына.  

Александр Демидов, ведомство ҡарамағынан тыш һаҡ идаралығы батальоны хеҙмәткәре: «Полицияға ул ҡаршылыҡ күрһәтмәй , тыныс ҡына килеп етте. Бүлеккә килгәс кенә, ғәйебемде таныһам, хөкөм ҡарары йомшарасаҡмы, тип һораны».
Асыҡланыуынса, ир быға тиклем ул хөкөм ителмәгән.  
Әлеге ваҡытта ул артабанғы тикшереү өсөн Тәфтиш комитеты ҡарамағына тапшырылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ 5 октябрҙә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге  29-сы мәктәп янында  үҫмер баланы көсләргә маташыу осрағын асыҡлау буйынса ла саралар күрә. Өфө биләмәһендә һуңғы арала теркәлгән башҡа енси енәйәттәр асыҡланды, тип белдерә хоҡуҡ һаҡсылары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку