Өфөлә наркотик һатыусы студенттар ҡулға алынды

Өфөлә наркотик һатыусы студенттар ҡулға алынды 05.12.2014

Ғәйепләнеүселәрҙең береһе - баш ҡала юғары уҡыу йорто студенты.

Ул тилерткес матдәләр менән сауҙа итеүгә 21 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәгән дуҫын йәлеп иткән. Йәштәр интернет аша альфа-PVP синтетик матдәһен һатып алып,  өлөштәргә бүлеп һатҡан. Бының өсөн улар ғәҙәти алымды ҡулланған, наркотикты билдәле бер урынға йәшереп, һатыусыға адресын әйткән. Егеттәр интернет форумдарҙың береһендә «Синтетика» һатылыуы тураһында иғлан да биргән. Бер аҙҙан наркобизнесты ойоштороусы законһыҙ эшкә  ошо уҡ юғары уҡыу йортонда белем алыусы икенсе һәм дүртенсе курс студенттарын йәлеп иткән. Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙың барыһын да ҡулға алған. Операция барышында ярты килограмм синтетик матдә, пакеттарға бүлеп һалынған тилерткес матдә тапҡан. Әле тикшереү дауам итә, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку