Өфөлә мутлашыуҙа ғәйепләнеүселәр эҙләнә

Өфөлә мутлашыуҙа ғәйепләнеүселәр эҙләнә 18.06.2015

Улар сауҙа  нөктәләрендә һатыу итеүселәрҙең иғтибарһыҙлығын файҙаланып бер нисә мең һум аҡса урлай.  

Еңел табыш артынан ҡыуыусыларҙың нисек оҫта эш итеүен  магазиндарҙың береһендә ҡуйылған видеокүҙәтеү ҡоролмаһы төшөргән. Иң тәүҙә яҡынса 500 һумлыҡ тауар алырға теләгән ир касса янына килә. Ул биш мең аҡсаһын күрһәтеп, һатыусы ҡайтарма һанаған арала тауар буйынса төрлө һорауҙар бирә. Һуңынан бәләкәйерәк купюра барлығы тураһында иҫенә төшөрә, әммә аҡса янсығында әлеге лә баяғы биш мең һум ғына ятыуын күрһәтә. Шулай итеп ул һатыусының башын  әйләндереп, ул иҫәпләгән ҡайтарманы ла ала. Һөҙөмтәлә мутлашыусының ҡулында үҙенең 5 мең һәм уға өҫтәп 4 мең ярым һум аҡса эләгә.  Шуныһы ҡыҙыҡ, бер нисә минуттан тағы ла бер мутлашыусы ошондай уҡ ысул менән әлеге һатыусыны алдай. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе эҙләй. Әгәр ҙә һеҙ экранда күргән кешеләрҙе таныһағыҙ, кисекмәҫтән 237-19-60, 02 йәки кеҫә телефонынан 020 һандары буйынса дежур бүлеккә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика