Өфөлә мотоцикл туҡтап торған тракторға бәрелгән

Өфөлә мотоцикл туҡтап торған тракторға бәрелгән 15.04.2016

Баш ҡала автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 йәшлек ир идара иткән мотоцикл Үҙәк урамдан Новороссийск урамына юлланған була.

Транспорт сараһы урам киҫелешендә торған тракторға төкәлә. Авария һөҙөмтәһендә мотоцикл хужаһы менән уның 34 йәшлек пассажирының аяҡтары имгәнә, 29 йәшлек пассажир ҡыҙ баш йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Асыҡланыуынса, мотоцикл водителе эскән булған. Февралдә генә водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Егеткә яуаплылыҡҡа тарттырылыу янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика