Өфөлә ер ишелә 05.12.2014

Авиаторҙар урамында урынлашҡан ағас йорт аҫтында 5 метрлыҡ соҡор хасил булған. Ғәҙәттән тыш хәл ноябрь уртаһында теркәлһә лә, ер бөгөнгәсә ишелеүен дауам итә.  Зыян күреүсе Әхтәмйәновтар  ҡотҡарыусыларҙың үҙ эштәрен еренә еткереп башҡармауына зарлана.  

Тимур Әхтәмйәнов ишелеп төшкән нигеҙҙе нисек тә булһа ҡапларға тырыша. Рубероид йортто йылытмаһа ла, әҙерәк елдән һаҡлар, тигән өмөттә ул. Йорт аҫтында ер ишелә башлауын иң беренсе булып бесәй һиҙеп ҡала, һуңынан йорт хайуаны артынан Тимурҙың атаһы сыға.
Тимур Әхмәтйәнов, зыян күреүсе: «Атайым соҡорҙо күргәс шаҡ ҡатҡан.  Аптырауынан хатта, тайып үҙе лә шунда төшөп киткән. Өҫкә көс-хәл менән таҡталарға тотоноп сыҡҡан».  
Ошо уҡ көндө йорт хужаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Ҡотҡарыусылар  соҡорҙо ҡом һәм бетон ҡатнашмаһы менән тултыра. Ләкин ер киренән ишелеп соҡор тағы ла тәрәнәйә.  Йорт хужалары йәнә  ҡотҡарыусыларға  мөрәжәғәт итә.  Әммә улар вәғәҙә биреп тә килмәйҙәр. Ярҙам һорап зыян күреүселәр төрлө  ведомстволарға хаттар яҙа башлай.
Авиаторҙар урамында йәшәүсе Әхмәтйәновтарҙың күршеләре лә үҙҙәренең йорттары өсөн борсола башлаған.
Әхмәтйәновтарҙың йорто бер нисә секциянан тора. Ләкин уларҙың күбеһенә инерлек түгел. Сөнки ер ишелгәндә йорт урынынан күскәнлектән ишектәр асылмай.
Йортта йәшәүселәр өйҙөң соҡор барлыҡҡа килгән өлөшөндә урынлашҡан был бүлмәгә инергә лә ҡурҡа. Сөнки 48-се йылда төҙөлгән бинаның иҙәндәре сереп бөткән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һауа торошо тотороҡһоҙ булғанлыҡтан, соҡорҙо тултыра алмауы менән аңлата. Йорт тау башында урынлашҡанлыҡтан  ауыр техника үргә  менә алмай, ти улар.
Соҡорҙо ямауын ямарҙар ҙа ул, ләкин йортто тулыһынса төҙөкләндереүе еңел түгел, ти йорт хужаһы. Ерҙең кинәт ишелеүендә, улар үҙҙәрен ғәйепле, тип һанамай. Берҙән улар тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәргә ниндәйҙер ярҙам булырға тейеш, тигән өмөт менән йәшәһә, икенсенән ғәҙәттән тыш хәлдән сәләмәтлектәренә зыян килмәүенә шатлана.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика