Өфөлә баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов ҡулға алынған

Өфөлә баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов ҡулға алынған 09.03.2017

Ул иҡтисад һәм инновацион бүлек өсөн яуап биргән. Тикшереүҙәр буйынса, 43 йәшлек чиновниктың  коммерция фирмаларының береһенән 1 миллион 800 мең һум күләмендә аҡса урлау маҡсатында мутлашыуы асыҡланған.

Килешелгән сумманы тапшырған ваҡытта  Федераль именлек хеҙмәтенең  Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Суд ҡарары буйынса енәйәт эше фигуранты һаҡ аҫтына алынған. Тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре күҙәтеүсе ведомство контролендә буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика