Өфө ҡалаһы прокуратураһы «Торпедо» хоккей клубы көйәрмәндәре менән авария осрағы буйынса асылған енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы

Өфө ҡалаһы прокуратураһы «Торпедо» хоккей клубы көйәрмәндәре менән авария осрағы буйынса асылған енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы 04.07.2014

Тәфтишселәр ғәҙәттән тыш хәлдә, автобус водителен ғәйепле тип тапҡан.

Тәфтишселәр ғәҙәттән тыш хәлдә, автобус водителен ғәйепле тип тапҡан.

Ул юл хәрәкәте хеүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә, ирекһеҙҙән кеше үлеменә юл асыуҙа ғәйепләнә. Тикшереүселәр ҡорған версияға ярашлы «Мерседес» автобусы руле артында ул Түбәнге Новгородтан Өфөгә көйәрмәндәр менән бергә юл тотҡан. Салонда плэй офф уйынын ҡарарға теләгән 38 көйәрмән ултырған. Илеш районы тирәһендә водитель һауа шарттарын иҫәпкә алмай, тиҙлек режимын арттырған. Идара итеү һәләтен юғалтыу һөҙөмтәһендә автобус юл ситенә түңкәрелгән. Ваҡиға урынында 32 йәшлек Роман Большаковтың ғүмере өҙөлдө. Тәртип һаҡлау органдары асыҡлауынса, сәфәр барышында фанат хәүефһеҙлек ҡайыштарын беркетмәгән булған. Ғәйепләнеүсе енәйәтте тулыһынса таныған, эш Илеш районы судына ебәрелгән.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку