Дыуан районы Салғыя ауылында янғында зыян күреүселәргә йорт төҙөү өсөн урмандан диләнкә бүленеп биреләсәк

Дыуан районы Салғыя ауылында янғында зыян күреүселәргә йорт төҙөү өсөн урмандан диләнкә бүленеп биреләсәк 04.05.2017

Ағасты урмандан сығарыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,кисә бер ауылда алты йорт янып 15 кеше,шул иҫәптән дүрт бала урамда ҡалды.

Юлиә Кисилева кисәге көндө тыныс ҡына хәтерләй алмай. Һарай артынан төтөн күтәрелә, ялҡын телдәре эргәләге бесән күбәһенә,ағасҡа үрмәләй.Ағас ылыҫтарына тоҡанған ут ел менән ситкә тарала. Һарайҙағы ике быҙау менән сусҡа бәрәсе яна.Йортто ут ялмай. Юлия документтарын ғына алып сығып өлгөрә.Ул өс балаһы менән урамда ҡалған.
Наталья Анатольевна фажиғә ваҡытында Екатеринбургта эштә булған.Ҡайтыуына өйө, мунсаһы көл-күмергә әйләнгән.Ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәте янып бөткән.Бер төндө таныштарында ҡунған ханымды артабан ҡайҙа барырға тигән һорау борсой.
Янғын һүндереүселәр көслө ут менән өс сәғәттән ашыу көрәшә, бөтә ауыл халҡы күтәрелә.Урам буйлап килгән ялҡын телдәрен артабан ебәрмәүҙә мәктәп уҡыусылары ла ярҙам итә.
Салғыя ауылындағы осраҡ буйынса Дыуан районы хакимиәтендә бөгөн ултырыш үтте.Эшҡыуарҙар ҡаза күреүселәргә матди ярҙам күрһәтәсәк.Аҙыҡ-түлек,дарыуҙар һәм кейем-һалым йыйыу ойошторолған.
Әлегә бәләгә килтергән сәбәптәр асыҡланмаған. Уның ут төртөү һөҙөмтәһендә сыҡҡан булыуы ла ихтимал,был фараздарҙың береһе генә,ти урындағы белгестәр.
Ауылда янғын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә.Иң мөһиме-һәләк булыусылар юҡ. Райондың социаль үҫеш буйынса хәйриә фонды махсус иҫәп асҡан,уны һеҙ экранда күрәһегеҙ.Янғында зыян күреүселәргә һәр кем аүсалата ярҙ күр ала.Шул уҡ ң
Урындағы район хакимиәтенән белдереүҙәренсә һәр ғаиләгә йорт һалыу өсөн урмандан деләнкә бүлеп биреләсәк.Ағасты сығарыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку