ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 01.02.2016

Дамаск ҡалаһындағы теракт ваҡытында ҡорбан булыусылар 76 кешегә еткән, 110 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Сүриәнең баш ҡалаһында өс шартлау яңғыраны. Al Jazeera телеканалы хәбәр итеүенсә, фажиғәгә бәйле яуаплылыҡты Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» төркөмө үҙ өҫтөнә алған.  

Төркиәлә Эгей һәм Урта диңгеҙ ярҙары буйындағы 1300 самаһы отель һатыуға ҡуйылған. Уларҙың дөйөм хаҡы 10 миллиард долларҙан ашыу. Эшҡыуарҙарҙың бындай аҙымға барыуының сәбәбе хәүефле шарттарға  һәм туристик өлкәләге көрсөккә бәйле. Һатылған ҡунаҡханаларҙың күбеһе Анталияла урынлашҡан. Уларҙың 120-һе биш йондоҙло.    

ХХХ

Уҙған төндә Польша һәм Рәсәй сигендә йөк автомобилдәре хәрәкәте туҡтатылған. Был турала Польша таможняһы хәбәр итә. Быға ике ил араһындағы йөк ташыуға рөхсәт биргән килешеүҙең ғәмәлдән сығыуы сәбәпсе. Яҡтар әлегә уртаҡ фекергә килә алмаған. Мәсьәлә иртәгә ыңғай хәл ителеүе ихтимал.  

ХХХ

Швейцарияла йәшәүсе һәр кешегә ай һайын дәүләттән  2250 евро түләнеүе ихтимал. Сит илдең йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған төркөмө ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. Проект авторҙары фекеренсә, был граждандарға күңелдәренә яҡын эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк. Юғиһә, әлеге ваҡытта улар юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән урындарға өҫтөнлөк бирә. Проекттың киләсәген 5 июндә үтәсәк референдумда халыҡ үҙе хәл итәсәк.  

ХХХ

Рәсәйҙең 16 йәше тулмаған балалары өсөн Болгарияға виза түләүһеҙ буласаҡ. Был сит ил курорттарына барыусы Рәсәй балалары һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ бөгөндән Рәсәй халҡы өсөн Болгарияла берҙәм телефон номеры эшләй башланы. Уның буйынса шылтыратып, туризмға ҡағылышлы һорауҙарҙы бирергә мөмкин.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку