Диспансерлаштырыу урынына дауаханаға

Диспансерлаштырыу урынына дауаханаға 27.10.2015

Бөгөн иртән Өфө үҙәгендә микроавтобус түңкәрелде. Карл Маркс һәм Революция урамдары киҫелешендә транспорт сараһы «Фольксваген» маркалы еңел автомобиль менән бәрелешә. Микроавтобуста авария ваҡытында урындағы поликлиникаларҙың береһенә диспансер тикшереүе үтергә китеп барған балалар була. Улар барыһы ла Рудольф Нурев исемендәге башҡорт хореография колледжы уҡыусылары. Әле бер бала дауаханаға урынлаштырылған.

Был кадрҙар видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан алынған. Иртәнге сәғәт туғыҙынсы ярты тирәһе. Өфөнөң Карл Маркс һәм Революция урамы киҫелешендә еңел автомобиль микроавтобусҡа барып бәрелә, һөҙөмтәлә автобус ауа. Транспорт сараһында ун дүрт уҡыусы физкультура диспансерына диспансер тикшереүе үтергә китеп барған була. Улар бөтәһе лә Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы уҡыусылары.
Сергей Чернигов, Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы водителе: «Мин Карл Маркс урамына боролор алдынан туҡтаным. Светофорҙың һары төҫө яна ине.Ҡаршыға килеүсе бер ниндәй ҙә автомобиль юҡ ине. Ҡапыл «Фольксфаген» килеп төкөнө».
Дамир Хисамов, еңел автомобиль водителе: «Мин светофорҙың йәшел төҫө һүнер алдынан ғына үттем. Үҙәк баҙар яғынан килә инем. Тормозға баҫырға тырышып ҡараным. Өлгөрмәнем».
Микроавтобус ауыу менән балаларҙы уның түбәһендәге люк аша берәмләп сығара башлайҙар. Ваҡиға шаһиттары уны телефондарына төшөрөп ҡалырға тырыша. Интернет селтәре ошо мәлде һүрәтләгән фотолар менән туп- тулы. Ә балаларға килеп ярҙам итеү тураһында күптәрҙең башына ла килмәй.
Ринат Шәйҙуллин, ЮХХДИ идаралығы юл инспекцияһының техник күҙәтеү бүлеге етәксеһе: «Юл-транспорт фажиғәһе ваҡытында еңел автомобиль микроавтобустың уң яҡтан артҡы өлөшөнә бәрелгән. Микроавтобус водителенең транспортҡа бөтә документтары ла теүәл.Үҙе медицина тикшереүе үткән.Әле тикшереү бара».
Зыян күреүселәр араһынан бер уҡыусы 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегенә урынлаштырылған. Биш үҫмер медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарылған. Валерий әйтеүенсә, уның күңеле болғана һәм янбаштары ауырта. Ул хәүефһеҙлек ҡайышы менән беркетелгән булған. Фажиғәғә тиклем йоҡомһорап ултырған.
Рауил Ғәфүров, 17-се өфө ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары: «Бөгөн иртән беҙгә юл фажиғәһенә осраған алты баланы алып килделәр. Уларҙың бишеһенең тәнендә бәрелгән ерҙәр бар ине, уларҙы ҡарап ҡайтарып ебәрҙек. Нейрохирургия бүлегендәге уҡыусыға баш-мейе йәрәхәте диагнозы ҡуйылыуы ихтимал».
Валерий колледжда өсөнсө йыл уҡый. Быға тиклем һаулығына зарланмаған. Ун өс йәшлек үҫмергә постель режимы тәғәйенләнгән.
Аварияға осраған микроавтобус колледжға былтыр ғына алынған.Сәләмәтлектәрен тикшертергә китеп барған балалар менән булған хәлдән һуң уҡыу йортонда психологтар эшләй.
Олиә Уйылданова, Р.Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы директоры: «Аварияға эләккән балалрҙың бөтәһенә лә психолог ярҙамы күрһәтелде. Беҙ шунда уҡ уларҙың ата-әсәләренә шылтыратып әйттек. Күптәре балаларын килеп алды».
Уҡыу йорто директоры белдереүенсә, аварияға эләккән уҡыусылар хәлдәре яҡшырыу менән ғәҙәттәгесә уҡыуҙарын дауам итәсәк. Ә яуаплы органдарға авариялағы ғәйеплене асыҡлау бурысы тора. Бында инде видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан алған материал ҙур ярҙам буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика