Дәүләкән районында юғалған 3 йәшлек бала табылды

Дәүләкән районында юғалған 3 йәшлек бала табылды 18.08.2017

Ата-әсәһе әйтеүенсә, сабый үҙен яҡшы тоя. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мария Петрованың  юғалыуы тураһында ғариза менән туғандары кисә кискеһен полицияға мөрәжәғәт иткәйне. Тиҙ арала ауыл халҡы, ирекмәндәр, полиция, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙ баланы эҙләүгә тотондо. Бер тәүлек тигәндә Мария табылды.

Өс йәшлек Мария Петрова эҙләү саралары бер тәүлеккә яҡын дауам итте. Сабыйҙы ауылдан -2 километр алыҫлыҡта баланың атаһың бер туған ҡустыһы тапҡан.
Баланы эҙләү сараларында ҡатнашҡан 500 -гә яҡын кешенең күптәре был яңылыҡты ишетеү менән күҙ йәшен йәшермәне. Бәхеткә, улар шатлыҡ йәштәре. Бер тәүлеккә яҡын өс йәшлек баланы эҙләүселәр еңел һулыш алды, шулай ҙа өйҙәренә ҡайтырға ашыҡманы. Марияны атаһының бер туған ҡустыһы урман ситендә бейек үләндәр араһында таба.
Станислав Петров, Мария Петрованың туғаны: «Нисектер күңелем шул урман яғына тартты. Мин башҡаларҙан айырылып, икенсе яҡҡа киттем. Мария, Мария тип ҡысҡырырға тотондом. Аҙаҡтан бала минең тауышты ишетеп, илай башланы. Ул ҡуйы, бейек үләндәр араһында буталған ине, бер ҡайҙа ла сыға алмаҫ ине ул. Ҡыҙҙы алдым да тиҙ арала башҡаларға хәбәр иттем».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йәшлек бала юғалыу тураһында мәғлүмәтте полиция хеҙмәткәрҙәре кисә кискеһен ала. Сабый Суйынсы-Николаевка ауылындағы шәхси йорт эргәһендә уйнап йөрөгән. Юғалыу тураһындағы хәбәргә урындағы халыҡ, күрше ауылдың мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ике йөҙгә яҡын ирекмәндәр ҡушылған.
Мария Петрова дүрт балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Сабыйҙың ата-әсәһе эҙләү сараларына оператив ҡушылған ирекмәндәргә, полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле. Улар әйтеүенсә, Мария үҙен яҡшы тоя, шулай ҙа тулы медицина тикшереүе үтеү өсөн ул дауахана оҙатылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сабыйҙың юғалыу осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡайны. Тәфтишселәр баланың юғалыу шарттарын ҡарай, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку