Чечен Республикаһына Сүриәлә ҡотҡарылған 50 пассажир менән махсус рейс ҡайтты

Чечен Республикаһына Сүриәлә ҡотҡарылған 50 пассажир менән махсус рейс ҡайтты 14.11.2017

Улар араһында Башҡортостандан балалары менән  ике ҡатын-ҡыҙ ҙа бар.

Рәминә Шәрипова менән Руфина Лапшинаны балалары менән бергә сит илгә  Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ ойошмаһы идеяларын яҡлаусы ирҙәре алып сыҡҡан. Ирҙәре вафат булғас улар күп тапҡырҙар тыуған илдәренә ҡасырға тырыша, төрмәләргә эләгә.  Ике ғаилә лә Башҡортостанға иртәгә Мәскәү аша ҡайтып етергә тейеш. Әсәләр әле булһа ике йыл ярым дауам иткән михнәттәренең тамамланыуына ышанмай.
РИА Новости мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы дүрт айҙа Рәсәйгә Ираҡтан һәм Сүриәнән 90-дан ашыу кеше, шул иҫәптән  балалар  ҡайтарылған. Исемлектә Башҡортостан,  Дағстан, Чечен Республикалары, Орел ҡалаһы вәкилдәре, шулай уҡ Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан граждандары. Ғәйептәрен таныусылар булараҡ, балалары менән ҡайтҡан Рәсәй граждандары ҡануниәт алдында  яуаплылыҡтан ҡотҡарыласаҡ. Кешеләрҙе эвакуациялау Рәсәй оборона министрлығы ярҙамында атҡарылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика