Әбйәлил районының Ишбулды ауылында бер юлы ике йорт, мунса, һарай янған

Әбйәлил районының Ишбулды ауылында бер юлы ике йорт, мунса, һарай янған 08.05.2017

Райондың янғын һүндереү хеҙмәтенең диспетчер пультына  ут сығыу хаҡындағы  хәбәр киске сәғәт алтынсы яртылар тирәһендә килә, ҡаза урынына өс төркөм  юллана. Ауыл халҡы әйтеүенсә, янғын тәүҙә өйҙәрҙең береһендә  сыға. Йорт хужаһының эскелек менән мауығыуын, өйҙә тәмәке тартыуын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауын да билдәләйҙәр.

Хужа янғын мәлендә лә эскән була, әммә уны йорттан сығарып өлгөрәләр. Ә ҡыҙыл әтәсте туҡтатып булмай, ут күрше йортҡа, һарай-мунсаға күсә. Көндөң дауыллап тороуы ла ялҡындың тиҙ таралыуына килтерә. Күрше өйҙә йәшәгән 82 йәшлек тыл ветераны Гөлнур Хәлисова был мәлдә өйҙә булмай, ҡайтыуына  ғүмер буйы йыйған мөлкәтенән көл-күмер генә тороп ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку