Әбйәлил районында тотош ауыл янып юҡҡа сыға яҙған 23.03.2017

Уҙған аҙнала Ишкилделә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер йортҡа ут ҡапҡан, тағы ла ике тиҫтәләп өйҙөң газ ҡоролмалары сафтан сыҡҡан. Бының сәбәбен ауыл халҡы газ үткәргес торбаларға юғары баҫым ебәрелеүе менән аңлата. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында ҡорбандар булмай, әммә Ишкилделә йәшәүселәр бындай хәлдең тағы ла ҡабатланыуынан ҡурҡа.  Газ хеҙмәттәренең үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауымы әллә башҡа сәбәпме?

Ишкилде ауылында йәшәүселәр Ғибәҙуллиндар ғаиләһендәге фажиғә хаҡында ишетеп һәп береһе ҡулдан килгәнсә кейем-һалым, аҙыҡ -түлек килтергән. Газ хеҙмәттәре ун етенсе мартта ғәмәлдән сыҡҡан иҫәпләү ҡорамалдарын алмаштырып йөрөгән. Салауат Юлаев урамында йәшәүсе Ғибәҙуллиндар газ шартланған мәлдә эштә булып ҡала.  
Йорт хужаһы Рауил Ғибәҙуллинға ла еңел түгел. Газ менән хеҙмәтләндереүсе ойошма Белоретта урынлашҡан. Унан вәкилдәр килеп йорттоң үлсәмдәрен алып киткәндәр. Яуапһыҙлыҡ арҡаһында газ шартлауға юл ҡуйған хеҙмәттәр Ғибәҙуллиндарға йорт һалып бирергә вәғәҙәләгән.
Ауылдаштары ла махсус хеҙмәттәр иҫәпләү ҡорамалдары алыштырғандан һуң газүткәргес прибоҙарҙа баҫымдың саманан тыш артыуын күҙәткән.
Әбйәлил районы буйынса  газ ҡорамалдары селтәрен хеҙмәтләндереү участкаһы Белорет ҡалаһында урынлашҡан. Газ шартлау һөҙөмтәһендә Ғибәҙуллиндар ғаиләһенә ниндәй күләмдә ярҙам ителәсәге хаҡында яуап урынына  газ өсөн яуаплы етәкселәр төрлө сәбәптәр табып яуаптан баш тартты беҙ секретарь менән генә һөйләшә алдыҡ.
Әбйәлил районы Ишкилде ауылында зәңгәр яҡыулыҡ шартлау һөҙөмтәһендә янғын сығыу факты газ хеҙмткәрҙәренә яҡшы дан өҫтәмәй. Газ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүселәр үҙ эшенә яуаплы ҡарағанда һәм үҙ бурыстарына намыҫ менән  ҡарағанда, хеҙмәт хәүефһеҙлеген теүәл үтәгәндә газ шартлауға юл ҡуйылмаҫ ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика