Благовар районында бәхетһеҙ осраҡ 14.06.2016

16 йәшлек үҫмер тимер юлында токтан һуғылып һәләк булды. Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәләгә тарыусы тиҫтерҙәре менән  станция тирәһендә спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан.

Ҡыҙмаса  булып алған үҫмерҙәр тимер юл буйлап йәйәүләп сығып киткән. Куйбышев тимер юлының 1439 километрында һәләк булған егет пост ҡоролмаһына ҡулы менән ынтылған. Уны шунда уҡ ток һуҡҡан. 16 йәшлек үҫмер ваҡиға урынында аңына килмәйенсә һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәре асыҡлана, тикшереү дауам итә. Яңыраҡ ошоға оҡшаш хәл Иглин районында ла теркәлде. Урамда уйнап йөрөүсе малай трансформаторға эләккән тубын алам тип токтан һуғылды. Бәхетһеҙ осраҡтан ул иҫән ҡалды. Әле шуҡ малай дауаханала. белегстәр каникулдар мәлендә балаларға ҡарата икеләтә иғтибарлы булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика