Битлек кейгән билдәһеҙ өс кеше Өфөлә ювелир магазинын талаған

Битлек кейгән билдәһеҙ өс кеше Өфөлә ювелир магазинын талаған 14.01.2016

Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.  

Ваҡиға ике көн элек киске сәғәт етенсе 15 минутта Калинин районында урынлашҡан Беренсе май урамында теркәлә. Енәйәт юлына баҫыусылар быяла витриналарҙы сүкеш менән ярып ювелир әйберҙәрҙе урлай. Күрелгән зыян яҡынса 400 мең һум менән иҫәпләнә.  Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләлерҙең шәхесен асыҡлау һәм уларҙы ҡулға алыу буйынса комплекслы саралар ҡуллана. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр (347) 242-13-72, 237-19-60 йәки 02 телефондары буйынса шылтыратыуҙары һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика