Бешмә ауырыуы Бүздәк районында табылды

Бешмә ауырыуы Бүздәк районында табылды 14.10.2017

Йоғошло ауырыу Кәпәй-Ҡобау ауылының "Киҙәш" хужалығында аҫралған алты баш һыйыр малында табылған. Вирустың барлығы анализ һөҙөмтәләренән билдәле була. 146 баш малды юҡ итеү күҙаллана. Ә ауыл биләмәһендә вирустың барлығы теркәлмәгән. Бар йорт хайуандарына ла прививка эшләнелгән.

Хәбәр итеүебеҙсә, тәүҙә бешмә ауырыуы Туймазы районының Йәрмөхәмәт һәм Урмәкәй ауылдарында  теркәлде. Әле был биләмәлә карантин иғлан ителгән,   ә хужалыҡтарҙағы һәм шәхси ҡураларҙағы мал юҡ ителде. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, сирле мал Урта Азиянан килтерелгән. Бөгөнгә  юғалтыуҙар күләме яҡынса 40 миллион һум менән баһалана. Республика башлығы белдереүенсә ныҡлы тикшереү үткәрелергә, ғәйеплеләр язаһын алырға тейеш.  

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку