Бер нисә көн көслө бурандар уйнаған Хәйбулла районында, 17 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһе табылған 18.03.2016

Был турала республика буйынса  Тәфтиш комитеты идаралығы хәбәр итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре баланы кесе йома кис уның юғалыуы хаҡында хәбәр килгәс эҙләй башлай. Күҙалланыуынса,17 март кис ике үҫмер Бүребай колледжынан сығып, һәр ҡайһыһы йәйәү үҙ ауылына юллана. Уларҙың береһе өйөнә бер нисә йөҙ метр ҡалғас ҡайтып етә алмай. Уның кәүҙәһе ҡар аҫтында табыла. Бала туңып үлгән, тип фаразлана.  Ваҡиға урына ҡаргиҙәр менән оператив-тәфтиш төркөмө юлланған. Тәфтишселәр эксперт тикшереүҙәре уҙғарасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика