Белоретта мәктәп уҡыусыһы юғалған

Белоретта мәктәп уҡыусыһы юғалған 04.05.2017

Яҡындары 9 йәшлек Яна Перчаткинаны бер тәүлектән ашыу эҙләй. Мәктәп  уҡыусыһы  3 май иртәһендә дәрескә тип өйҙән сығып китә һәм юғала. Билдәле булыуынса, бала белем биреү учреждениеһына барып етмәгән. Был хаҡта Янаның класс етәксеһе ата-әсәһенә төш ваҡытында ғына хәбәр итә. Туғандарына һәм дуҫтарына шылтыратҡандан һуң ғаилә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тиҙ арала эҙләү саралары ойошторола.

Максим Родионов, Башҡортостан республикаһы буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Эҙләү сараһына ирекмәндәр, кинологтар һәм урындағы халыҡ йәлеп ителде. Әлеге ваҡытта эштәр дауам итә. Өфөнән Белоретҡа Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре юлланды, шулай уҡ сит райондарҙан өҫтәмә көстәр ярҙамға килә».
Уҡыусы оҙон һары сәсле, буйға ҡарап тороуға метр ярым самаһы. Ул бәйләнгән аҡ кофта, ҡара юбҡа, алһыу колготка кейгән, аяҡ кейеме зәңгәр төҫтә, ҡулында ҡара төҫтәге рюкзак булыуы ихтимал. Баланың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эҙләү сараһына тикшереү органдары ла ҡушылған.
Янаның яҙмышы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәргә әле экранда күренгән телефон һандарына йәки полицияға  хәбәр итеүҙәре һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку