Белорет районында вертолет ҡолап төштө

Белорет районында вертолет ҡолап төштө 04.05.2017

Төбәктә урман янғындарын күҙәтеүгә йәлеп ителгән осоу аппараты менән бәйләнеш көндөҙгө дүртенсе яртыларҙа өҙөлә. Ҡотҡарыусылар уның харабаларын  дубинск ауылы эргәһендә таба. Борттағы өс экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлдө.

Башҡортостандың урман янғындарын күҙәтеү һәм иҫкәртеү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айҙар Йәнгиров, Башҡортостандың   урман янғындарын күҙәтеү һәм иҫкәртеү үҙәгенең өлкән летчик-күҙәтеүсеһе Дамир Шәймөхәмәтов һәм Робинсон-44 вертолеты пилоты Олег Никитин. Айҙар Йәнгировтың 4 йәшлек улы, ә Дамир Шәймөхәмәтовтың ҡыҙы һәм 6 айлыҡ улы булыуы билдәле.  Дамир Шәймөхәмәтовтың беҙҙең каналға биргән интервьюһы фондда ҡалды. Әле ҡаза сәбәптәре асыҡлана. Белгестәр төрлө фараздарҙы ҡарай.  Әле осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе иғлан ителгән. Уның һөҙөмтәләренән сығып енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе лә ҡараласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика