Беҙҙең редакцияға Өфө ҡалаһының Интернациональ урамында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға Өфө ҡалаһының Интернациональ урамында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте 07.09.2015

Улар йорт эргәһендә ерҙән ток һуғыуына зарлана. Урындағылар әйтеүенсә, кисә электр утынан һуғылып бер ҡатындың ғүмере өҙөлә. Урамда электр сымдары һауанан үтә.

Асик хужаһы Светлана Рамаҙанова менән урамға сыҡҡан һайын, был йорт эргәһенән үтергә ҡурҡа. Эт бар көсөнә ситкә тайпыла башлай. Бер нисә көн элек хужаһы менән подъезд эргәһендә йөрөгәндә хайуанды ток һуға.
Светлана Рамаҙанова, интернациональ урамында йәшәүсе: «Эт кинәт ситкә тайпылды, мин уның муйынсаҡ бауынан тотҡанлыҡтан, уның менән һөйрәлеп барҙым. Бауҙан да ток һуға ине, шуға ла Асиктың ҡурҡыу сәбәптәрен шунда уҡ аңланым. Күтәреп өйгә алып керҙем. Был урында балалар йөрөй, улар өсөн борсолам.»
Светлана Рамаҙанованың күршеһенең эттәре лә бәләле урынға яҡын бармай. Ике аҙна элек был маһмайҙар ҙа токтан һуғыла. Урындағылар әйтеүенсә ямғыр яуыу менән подъезд ишектәренә лә тейерлек түгел. Унда электр уты йөрөй. Проблема ике аҙна элек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре йорт ҡаршындағы тирәктәрҙе ҡырҡҡандан һуң башлана.
Тирәктәр бысылғас, тәүге ямғыр яуыуға йортта йәшәүселәр эргә тирәләге тимерҙәрҙән, ерҙән ток һуғыуын һиҙә. Кисә кисен подъезд эргәһендә ҡатын мәйете табылғас урындағыларҙың борсолоуы арта ғына. Владимир Пастухов төндә хәрәкәтһеҙ ятҡан күрше ҡатынды күреп ҡала. Уның тынын тикшергәндә ирҙе ток һуға. Шуға ла  ханым элект утынан мәрхүм булған тигән һөҙөмтә яһай ул. Фажиғә теркәлгәс, икенсе көнөнә, хәүефле урынға торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар килеп етә.
Хәйҙәр Фәйзиев, Өфө ҡалаһының 30-сы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы директоры: «Бөгөн беҙгә ошо йортта йәшәүселәрҙән мөрәжәғәт килде. Улар бер ҡатындың токтан һуғылып мәрхүм булыуы тураһында хәбәр итте. Беҙ ҡотҡарыусыларҙы саҡырҙыҡ. Улар менән акт төҙөп, тикшереү уҙғарыласаҡ. Электрсылар ерҙә көсөргәнешле ток булыуын асыҡланы».
Тирәктәрҙе бысҡанда, хәүефһеҙлек өсөн бағанала электр уты һүндерелә. Фараздар буйынса, ул дөрөҫ тоташтырылмаған. Шуға ла элект тогы ергә һәм подъездағы тимер буйлап йөрөй башлаған. Кисә теркәлгән фажиғә буйынса әле тикшереү бара. Мәрхүм булған ҡатындың үлем сәбәптәре асыҡлана. Уның шулай уҡ  спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы ла билдәле.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика