Баймаҡ районында полиция хеҙмәткәрҙәре тире бурҙарын ҡулға алған

Баймаҡ районында полиция хеҙмәткәрҙәре  тире бурҙарын ҡулға алған 01.11.2016

Урында йәшәүсе ике ир ит комбинатының бер үк келәтенән 4 тапҡыр урлаша. Асыҡланыуынса, комбинат хеҙмәткәрҙәре айҙан ашыу  уларҙы һемәйтеүселәр булыуын башына ла килтермәй. Ә бурҙар келәтте бушатыуын дауам итә.

Сеймалды улар  ит комбинаты биләмәһенә үтеп инеп, тәҙрә аша  ташый һәм бер тапҡыр ҙа комбинат һаҡсылары күҙенә эләкмәй. Комбинаттан барлығы 53 эшкәртелмәгән эре мал тиреһе урлана. Предприятиеға 50 мең һумдан ашыу матди зыян килтерелә. Әле уғрылар ҡулға алынған. Хоҡуҡ һаҡсылары урланған 37 тирене кире ҡайтара алған. Ҡалғандарын эҙләү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку