Баймаҡ районында мал бурҙары ҡулға алынған

Баймаҡ районында мал  бурҙары ҡулға алынған 03.11.2016

Хоҡуҡ һағында тороусылар 4 кешенән торған ауылдаштар төркөмөн мал урлап һатыуҙа ғәйепләй.

Оперативниктар  асыҡлауынса, Темәс ауылында йәшәүсе  4 кеше ҡырҙа йөрөгән малдарҙы мылтыҡтан  атыу менән шөғөлләнгән.   Һәм шул урында уҡ уларҙы һуйып-тунап итен алыпһатарҙарға һатҡан. Алдан асыҡланған мәғлүмәттәр буйынса, мал бурҙарының иҫәбендә 14 тирәһе ошондай енәйәт бар.  Еңел аҡса эшләүселәр аталы -уллы һәм тағы ике бер туған ирҙәр.  Ҡулға алыныусылар үҙ ғәйебен таныған. Хоҡуҡ һағында тороусылар әле был төркөмдөң башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығын да тикшерә.  Осраҡ буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Төркөм ағзаларына мал урлап һатҡан өсөн генә түгел, ҡорал һаҡлаған өсөн дә  яуап тоторға тура киләсәк.  Әле йөҙҙәрсә килограмм урланған ит тартып алынған,  ит  мал хужаларына кире таратып биреләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку