Башҡортостанда йәшәүсе ике ир генерал дережеһен ҡулланып, мутлашыуҙа һәм ришүәт биреүҙә аралашсы булыуҙа ғәйепләнә

Башҡортостанда йәшәүсе ике ир генерал дережеһен ҡулланып, мутлашыуҙа һәм ришүәт биреүҙә  аралашсы булыуҙа  ғәйепләнә 29.05.2017

Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты органдары тарафынан  46 йәшлек гражданинға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү фаразы буйынса, 46 йәшлек ир үҙенең 52 йәшлек танышына уғрылыҡ схемаһы тәҡдим итә. Үҙен  хоҡуҡ һаҡлау органдары генералы итеп танытып, ул юғары дәрәжәле  етәкселәр ярҙаминыда, 2 миллион һумға «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  Бәләбәй спирт заводына кемде лә булһа директор итеп тәғәйенләнеүгә булышлыҡ итәсәгенә ышандыра.

Артабан уның танышы директор вазифаһына үрләргә теләүсе кандидатты таба һәм тейешле сумманы тапшырғанда аралашсы булырға вәғәҙәләй. Ысынында иһә уғры кандидатты юғары вазифаға ҡуйырға булышлыҡ итергә йыйынмай ҙа. Кандидат хоҡуҡ һаҡлау органдарына  ғариза менән мөрәжәғәт итә. Мутлашыусылар,  25 майҙа Өфө сауҙа үҙәктәренең береһендә кандидат ялған генералға еткереү өсөн аралашсыға аҡса тапшырғандан һуң, ҡулға алына. Тентеү барышында мутлашыусы фатирында  төрлө ведомстволар, шул иҫәптән, хоҡуҡ һаҡлау органдарының формалары,  ялған танытмалары табыла. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку