Башҡортостанда тәүге урман янғыны теркәлде

Башҡортостанда тәүге урман янғыны теркәлде 29.04.2017

Белорет районындағы утты тармаҡ ведомствоһы белгестәре авиакүҙәтеү барышында асыҡланы.

Урман хужалығы белгестәренең был тәүге рейды. Кукурузник самолеты Архангел, Белорет, Әбйәлил, Учалы, Бөрйән райондары биләмәләренән осто. Күп кенә ерҙә ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын конролһеҙ яндырыу осраҡтары асыҡланды.
Авиапатруль ярҙамында 4 миллион гектар ерҙе күҙәтергә мөмкин. Ҡайһы бер райондарҙа янғын хәүефе әле үк көслө. Белорет районы урманында ут сыҡҡан. Урман һаҡсылары әйтеүенсә, янғын күп осраҡта кеше факторына бәйле. Ер йөҙө ҡарҙан әрселеү менән халыҡ тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыға башлай. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәү оло бәләгә килтереүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку