Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре интернет мутлашыусыларҙың енәйәт эшен тикшерә

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре интернет мутлашыусыларҙың енәйәт эшен тикшерә 18.10.2017

Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, алдаусылар тоҙағына Башҡортостандан ситтә йәшәүселәр ҙә эләккән. Ҡаза күреүселәр бөтәһе лә бер үк кешенән заказдар алған.

Йыл башында граждандар социаль селтәрҙәрҙә һатып алыу өсөн төркәмдәрҙең береһенә туплана. Төркөм администраторы баҙарҙыҡынан түбәнерәк хаҡҡа тауар тәҡдим итә. Уның һүҙҙәренсә, үҙе  күмәртәләп алған тауарҙы  осһоҙораҡҡа һата һәм ташламалар ҙа яһай. Осһоҙ тауарҙы һатып алырға теләүселәр һаны күп кенә булып сыға. Балалар уйынсыҡтары, телефондар, коляскалар. автомобиль өсөн алмаш өлөштәр, кейем һәм хатта йүргәктәр. Әммә заказ биреүселәрҙең береһе лә  түләнгән тауарҙы алмаған .Шул саҡта улар полицияға мөрәжәғәт иткән дә инде. Әлеге ваҡытта был факт буйынса бер -нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған.  Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы  социаль селтәрҙәрҙә һатып алғанда уяу һәм иғтибарлы булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку