Башҡортостанда ике мышыны атыуҙа ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынды

Башҡортостанда  ике мышыны атыуҙа ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынды 11.03.2016

Яңауыл районының Әмзә ауылында  инспекторҙар «Нива» машинаһын туҡтата. Руль артындағы 48 йәшлек ир тәүҙә тәртип һаҡсыларынан ҡасып маташа. Машинаны тикшереү барышында инспекторҙар унда мышы ите таба.

Фараз буйынса, ир рөхсәтһеҙ Яңауыл районының Туртыҡ ауылы эргәһендәге урманда һунарсы мылтығынан ике мышыны ата. Был ваҡытта хайуандарға һунар туҡтатылған була. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Белгестәр баһалауынса, ир Башҡортостан тәбиғәтенә 500 мең һумлыҡ зыян килтергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку