Башҡортостан көслө дауыл йоғонтоһонда ҡалды

Башҡортостан көслө дауыл йоғонтоһонда ҡалды 24.06.2016

Ишембай районының Аҙнай, Этҡол, Хажи, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылдарында күп кенә йорттарҙың ҡыйыҡтарына зыян килгән.Туймазы районының Бишҡурай ауылында  йөҙйәшәр ағастар тамырынан аҡтарылған, электр сымдары өҙөлгән.

Бер нисә сәғәткә урындағы мәктәп утһыҙ ҡалған. Йорт ҡыйыҡтары емерелгән. Электр менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр күҙәтелгән. Авария хеҙмәттәре тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөп, йорттарға электр биреүгә ирешкән. Бәхеткә, кеше ғүмерҙәренә зыян килмәгән. Өфөлә лә ҡойма ямғыр, көслө ел күҙәтелде. Һынған ағас олондары машиналар өҫтөнә ҡоланы. Юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килде. Тотороҡһоҙ һауа торошо бөгөн дә көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе, ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы мөмкин. Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал, тип билдәләй  гидрометүҙәк белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку