Банк карталарынан ҙур күләмдә урланған аҡсаларға бәйле сираттағы тәфтиш эше тамамланды 05.04.2016

Хоҡуҡ һаҡсылары әйтеүенсә, мутлашыусылар электр приборы ярҙамында бер нисә пластик карта хужаһының иҫәбен асыҡлай һәм өс йөҙ мең һум аҡса урлай.

Тольяттиҙа йәшәүселәр электр ҡорамалдары менән ҡулланыу оҫталығын Башҡортостан вәкилдәренә лә күрһәтергә була. Улар урамда урынлаштырылған банкоматтарҙы махсус приборҙар менән йыһазландыра һәм камера ярҙамында пинкодтарҙы асыҡлап бара, картаның күсермәһен дә эшләү юлдарын табалар. Йәштәр электрон ҡорамалды сауҙа үҙәге бинаһындағы сираттағы банкоматҡа урынлаштырғанда, полиция уларҙы ҡулға ала. Мутлашыусылар үҙ ғәйебен таный, осраҡ буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатыла.  
Константин Шатунов, Рәсәй эске эштәр министрлығының Благовещен районы буйынса енәйәт эҙләү бүлеге етәксеһе: «Үҙҙәренең ҡылыҡтарын ғәйепләнеүселәр матди яҡтан ҡытлыҡ кисере менән аңлата. Йәнәһе лә шуға аҡса эшләргә булғандар. Уларҙың шәхси автомобилен тикшергән мәлдә, телефондары, нетбуктары, банкоматҡа ҡуйыла торған махсус панелдәр тартып алынды».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика