Балаларҙың ғүмерен нисек һаҡларға?

Балаларҙың ғүмерен нисек һаҡларға? 28.04.2016

Берҙән-бер юл - уларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмау. Йыш ҡына ата-әсәнең вайымһыҙлығы арҡаһында бала-саға асыҡ ҡалдырылған  тәҙрәләрҙән  ҡолай. Башҡортостанда  йыл  башынан ошондай  өс осраҡ теркәлгән.

Психологтар бәләкәстәрҙең бер нәмәнән дә, хатта, бейеклектән дә ҡурҡмауын билдәләй. Шуға ла бала-саға урамға тамаша ҡылыу, тирә-яҡты күҙәтеү маҡсатында тәҙрәгә үрмәләй. Бер йәшкә тиклем һәм ете йәшлек балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүҙәре йыш күҙәтелә. Берҙән-бер һаҡланыу сараһы тәҙрәләргә махсус бик ҡуйыу,  балаларҙы бер минутҡа ла  яңғыҙ ҡалдырмау. Бүлмәләрҙе елләткәндә форточкалар һәм тәҙрәләр ата-әсә тарафынан тәғәйен ваҡытта асылырға һәм уларҙа махсус бик кодтары булырға тейеш. Шул саҡта москит селтәрҙәре аша бейектән ергә йығылып төшөү осраҡтары бөтөнләй булмаҫ ине. Бала-саға донъяны тәҙрә аша түгел, ә  урамда үҙ аяҡтарында йөрөп күҙәтергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика