Балаҡатай районында юл фажиғәһенә тарыған ҡатындың ғүмере өҙөлөүенә урындағы табиптар ғәйепле булыуы ихтимал

Балаҡатай районында юл фажиғәһенә тарыған ҡатындың ғүмере өҙөлөүенә урындағы табиптар ғәйепле булыуы ихтимал 27.11.2017

Әлегә Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү эше алып бара. Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙә 25 йәшлек ҡатын район үҙәгенән  Урғалы ауылына йәйәүләп ҡайтырға сыға.  Был маршрут буйынса йөрөгән автобуста буш урындар булмай. Ике саҡрым атлағандан һуң, уны ауылдашы автомобиленә ултыртып ала. Әммә юлда был машина аварияға осрай. Пассажир ауыр тән йәрәхәттәре ала, тиҙ ярҙам машинаһында уны район дауаханаһына оҙаталар. Медицина хеҙмәткәрҙәре паиценттың хәлен тотороҡло ауыр тип баһалай һәм Дыуан районы Мәсәғүт районы дауханаһына ебәрергә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә ҡатын юлда вафат була.

Ринат Ямалов ҡатынының гүр эйәһе булыуына һаман ышанып бөтә алмай. Ҡәбер ташына фотоһүрәтен генә ҡуйырға ҡалды  ти ир. 16 ноябрь  Любовь район үҙәгендә водитель таныҡлығы алыр өсөн медицина тикшеренеүе үтергә китә. Сәғәт көндөҙгө  дүрттәрҙә Урғалы ауылына ҡайтырға сыға. Тик был маршрут буйынса барған автобуста буш урындар булмай.  Хәйер автомобилдә ауылдашы осрай. Әммә ваҡиғаның был боролошо аяныслы тамамлана.
Юл фажиғәһе Яңы Балаҡатай ауылынан яҡынса утыҙ саҡрым арауыҡта теркәлә. Ул көн ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Юлда иһә боҙлауыҡ. Волитель тап ошо боролошҡа тиклем машина мн идара итеү һәләтен юғалта. Уаз автомобиле түңкәрелә. Пассажир ҡатын машина аҫтында ҡала. Ауыр тән йәрәхәттәре ала.
Металл ҡалдыҡтары әле һаман да был биләмәлә таралып ята. Аварияға тарыған тимер ат хужаһы Альфред Шәйхетдинов билдәләүенсә, бәлә көнө ул тиҙлеген арттырмаған. Үҙе рулгә башы менән бәрелә, иҫенә килгәс Ауылдашына шунда уҡ ярҙамға ашыға. Башҡа автоһәүәҫкәрҙәр ҙә ситтә ҡалмай.
Ҡатын нисек кенә ауылға ҡайтырға ашыҡмаһын, уны тиҙ ярҙам машинаһында райондың үҙәк дауаханаһына оҙаталар. Рентген һөҙөмтәләре ҡатындың ҡабырғалары бер нисә урындан һынған булыуын күрһәтә, шулай уҡ баш мейеһе һелкенгән булыуы асыҡлана. Ауыртыуҙарҙы баҫа торған һәм башҡа препараттарҙы ҡаҙағандан һуң, хирург табиптар тотороҡло ауыр хәлдәге пациентты дыуан районы мәсәғүт ауылындағы медицина учреждениеһына ебәрергә ҡарар итә. Ул яңы балаҡатайҙан яҡынса илле саҡрым арауыҡта урынлашҡан! Әммә ҡатындың хәле юлда тағы ла ҡатмарлаша.
Яңы балаҡатайҙағы үҙәк район дауаханаһына кире ҡайтарылған паицентҡа табиптар тиҙ арала реанимацион саралар үткәрә, әммә барыһы ла уңышһыҙ була. Әлегә судмедицина экспертизаһы үткәрелә;  уның һөҙөмтәләре буйынса табиптарҙың ауыр хәлдәге пациентты йыраҡ ара ебәреү ҡарарына тейешле баһа биреләсәк.
Шулай уҡ осраҡ буйынса тәфтиш комитеты ла тикшереү ойошторған. Әйкәндәй, был авария булған участка электән хәүефле һаналған. Юл транспорт ваҡиғаһынан һуң ғына урында яңы юл билдәләре  барлыҡҡа килде ти водитель Адьфред Шәйхетдинов.
Был хәлдә иң аяныслыһы - дүрт бәлиғ булмаған баланың ғәзиз кешеһеҙ әсәһеҙ  ҡалыуында. Ринат ямалов малай ҡыҙҙарының киләсәген хәстәрләр өсөн үҙен ҡулында тоторға тырыша.  Кистәрен ғаилә менән бергә төшкән фотоһүрәттәрҙе ҡарау ҙа ғәҙәттәренә ингән. Атай кеше кескәҙәрҙе әсәйегеҙ айҙа ҡунаҡта тип тынысландыра
Ринат Ямаловтың бар уйы - ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырылһын. Ҡатынына ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгәндә, ғүмерен ҡотҡарып ҡалып булыр ине ти ул. Дүрт балаһы менән яңғыҙ ҡалған атай

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку